Уҡытыусы һәм тәрбиәсе ул – һәр яҡтан да камил шәхес. Бер үк ваҡытта педагог, судья, таб...
Уҡытыусы һәм тәрбиәсе ул – һәр яҡтан да камил шәхес. Бер үк ваҡытта педагог, судья, табип, артист, рәссам да булырға тейешле һөнәр эйәһе. Ә улар өсөн иң мөһим әйбер – ул һәр бала өсөн кәрәк булыу, балаларҙы яратыу һәм хөрмәт итеү. Бала тәрбиәләү – ябай һөнәр түгел, ул бала күңеленең белгесе! Шәхес үҫтереүсе! 6 октябрь көнө М.Бураҡаева исемендәге гимназия- интернатында әле генә һөнәри байрамдарын билдәләгән тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар йыйылды. Байрам уңайынан педагогтарҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, район Советы рәйесе Рөстәм Биктимеров, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Луиза Исламова ҡотланы һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Был матур байрам гимназия уҡыусыларының һәм уҡытыусыларының сығыштары менән үрелеп барҙы. Һәр бер сығыштан ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килгәндер. Байрамды бөтә зал "Уҡытыусыма" йырын башҡарыу менән тамамланы.