Республика көнө менән!
Республика көнө менән! 11 октябрь —Республика көнө. Беҙҙең балалар баҡсаһы өсөн был айырым бер байрам. Беҙ тәрбиәләнеүселәрҙе кескәй саҡтарынан уҡ тыуған яғыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырабыҙ. Үткәндәрҙе хөрмәт итеү, илебеҙҙең бөгөнгөһө менән ғорурланыу хисен әкиәттәр, милли кейемдәр, музыка һәм уйындар аша балаларҙа тәрбиәләйбеҙ. Ватанға һөйөү тыуған өйөңдән, ҡалаңдан һәм Республикаңдан башлана. Бар педагогтарға, тәрбиәләнеүселәргә һәм уларҙың ата‑әсәләренә ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек һәм тыныслык теләйбеҙ. Сәскә ат гүзәл республикам!