✨Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, — 8 мая 2026 г. в 15:32:04.859
✨Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ! ✨6А класы уҡыусыһы Тимерғәлиев Данир "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсының ҡала этабында еңеүсе булып, Ишембай ҡалаһында үткән зона этабында 3-сө урын яуланы. Был конкурста Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы, Ишембай, Салауат, Күмертау ҡалалары, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Федоровка, Ауырғазы райондарынан килгән балалар ҡатнашты. Данирҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Яңы үрҙәр теләйбеҙ! Етәксеһе - Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы.

