Ҡурай" лагеры тәрбиәләнеүселәре өсөн бөгөнгө көн дә бик күңелле үтте.Бассейнда һыу инеп... — 10 июня 2026 г. в 18:07:24.539
Ҡурай" лагеры тәрбиәләнеүселәре өсөн бөгөнгө көн дә бик күңелле үтте.Бассейнда һыу инеп һаулыҡтарын нығытып ҡайтҡандан һуң, "Ҡурай батыры-2026" бәйгеһе уҙҙы. Һәр отрядтан икешәр батыр етеҙлектә, сослоҡта, шәплектә, зирәклектә һынау тоттолар. Шулай итеп, "Ҡурай батыры"- 2 отрядтан Миһманов Асҡар! 2 урын- Илмөхәмәтов Батыр, Кабиров Аяз, Һағынбаев Ғайсар, 3 урында Яҡупов Искәндәр, Әхмәтшин Батырхан, Тойғонов Кәрим, Сафин Динар.Шулай уҡ "Күңелле старт" уйындары ла үтте. Отрядтар үҙ ара бик сәмле ярыштылар. Афариндар! Әүҙем, ҡыйыу батырҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Һәр батыр диплом, миҙалдар менән бүләкләнеп шатланышып таралдылар!

