2026 йылдың 10 июнендә Рәсәй Президентының Башҡортостан Республикаһындағы ҡабул итеү бү... — 10 июня 2026 г. в 17:56:00.746
2026 йылдың 10 июнендә Рәсәй Президентының Башҡортостан Республикаһындағы ҡабул итеү бүлмәһендә ун дүрт йәше тулған Рәсәй Федерацияһы граждандарына паспорттар тапшырыу тантанаһы үтте. Саҡырылған уҡыусылар араһында уҡыуҙа, ижадта, спортта, мәктәп тормошонда, олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре лә булды. Беҙҙең гимназиянан был сарала алдынғы спортсмен, уҡыуҙа 4-кә, 5-кә өлгәшеүсе 7б класы уҡыусыһы Аритҡулов Артур ҙа булды. Төп документты балаларға Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев тапшырҙы. Александр Леонидович билдәләүенсә, паспорт алыу граждандарҙың тормошонда яңы этап булып тора, Ул Ватанды һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн яуаплылыҡты үҙ эсенә ала.

