🎉9 июнь көнө лә “Ҡурай” лагерында шаулап-гөрләп уҙып китте. — 10 июня 2026 г. в 17:55:20.401
🎉9 июнь көнө лә “Ҡурай” лагерында шаулап-гөрләп уҙып китте. Иртәнге күнекмәләр яһап, тәмле аш ашап алғас, тәрбиәләнеүселәрҙе виртуль сәйәхәт көтә ине. Улар боронғо һыу аҫты донъяһына сәйәхәт ҡылдылар. Отрядтарҙа “Күп милләтле Рәсәй һәм Башҡортостан” тип аталған квест уйын үткәрелде. Балалар төрлө халыҡтырҙың йолалары, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәтттәре менән таныштылар. Командалар туҡталыштар буйлап төрлө эштәр башаҡарҙылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр. Ялыбыҙҙы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрына поход менән дауам иттек. Бөтә Рәсәй проекты “Театрлы поезд” сиктәрендә Саратов өлкәһенән килгән “Йәшәгән, ти ауыл” тамашаһын ҡараныҡ. Балалар өсөн тамашаны ихлас, күңелдәренә яҡын алып ҡарап, бай тьәҫораттар менән ҡайттылар!

