🎉 🎉🎉 — 5 июня 2026 г. в 07:00:51.287
🎉 🎉🎉 3 июнь көнө лә "Ҡурай" лагеры тәрбиәләнеүселәре хәтерендә матур иҫтәлектәр менән һаҡланылар. 🤸 ⛹Бөгөнгө ҡояшлы матур иртәне иртәнге күнекмәләр яһау менән башлап еәрҙеләр. Унан балаларҙы тәмле иртәнге аш көтә ине. Һалым инспекцияһынан килгән белгес һалым грамоталылығы буйынса бай йҫкмәткеле дәрес үткәрҙе. 💦 1, 2 - се отрядтар бассейнда һыу инеп, һаулыҡ нығытып ҡайтһалар, 3, 4 - се отряд балалары "Галерея- Арт" кинотеатрында мауыҡтырғыс балалар өсөн кино ҡарап ял итеп ҡайттылар. Ҡайтҡас, кинофильм тураһында фекер алыштылар, һүрәтен төшөрҙөләр. Ҡайтыуҙарына тағын бер сара планетарий ҡаршы алды. Балалар төрлө темалар буйынса ҡыҙыҡлы фильмдар ҡаранылар. Уларҙың күңелдәренә бик хуш килде. Шулай уҡ, кисә лагерҙа Ҡулсатыр көнө тип иғлан ителгән ине. Балалар үҙҙәренең ҡулсатырҙарының һүрәтен төшөрҙө.️️️Кисәге ямғырлы һауа торошо ла тәрбиәләнеүселәрҙең күңелен төшөрмәне, сөнки лагерҙағы һәр көн - ул байрам!🌺 🥳

