✨Уҡыу йылы тамамланыу менән 7а һәм 7б класы уҡыусылары Мораҙым тарлауығына сәйәхәткә юл... — 31 мая 2026 г. в 17:35:47.262
✨Уҡыу йылы тамамланыу менән 7а һәм 7б класы уҡыусылары Мораҙым тарлауығына сәйәхәткә юл тотто. ✨Тәбиғәт, тарих һәм мажаралар донъяһына сумырға мөмкинлек биргән поход балаларға бик оҡшаны. Поход программаһы буйынса Мораҙым тарлауығын уратҡан Оҙонтауға менеү, зубрҙар янына барыу, Йомағужа һыуһаҡлағысы, Воскресенка ауылындағы баҡыр иретеү заводына экскурсия ойошторолдо. ✨Ике көн дауам иткән сәйәхәт – әлбиттә, уҡыусылар өсөн ярайһы уҡ ҙур һынау, сөнки тауҙарға менеп-төшөү, юл үҙенекен итә, арыта. Әммә тап ошондай һынау балаларҙың ни тиклем берҙәм, татыу, ярҙамсыл икәнлеген күрһәтте лә инде. ✨Гимназия уҡыусылары тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеп, уйындар уйнап, тәмле ризыҡтар ашап, был сәфәрҙән көс, дәрт-дарман, тыуған төйәгебеҙ - Башҡортостан тураһында яңы белемдәр туплап, матур тәьҫораттар менән ҡайтты. #егерменселәр

