👏👏👏27-28 май Ф.Мостафина исемендәге 20-се һанлы Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 10 "... — 31 мая 2026 г. в 18:13:41.644
👏👏👏27-28 май Ф.Мостафина исемендәге 20-се һанлы Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 10 "А" класс уҡыусылары класс етәксеһе Зарема Зөлфәр ҡыҙы менән бергә хозур тәбиғәтле Бөрйән районына экскурсияға барып ҡайтты. ✨Тәүге көн уҡыусылар "Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы" биләмәһендәге 1930 йылда асылған тәбиғәт музейында булды. Ҡурсаулыҡтың тарихы, унда йәшәгән йәнлектәр, ҡоштар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштылар. ✨Икенсе көн ҡыҙҙар-егеттәр бөтә донъяға киң билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күрҙе. Мәмерйәләге палеолит дәүерендә төшөрөлгән мамонт, ат, үгеҙ, дөйә һәм башҡа һүрәттәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Икенсе ҡатта урынлашҡан иң ҙур сталактитты ла күреп төштөләр. Уҡыусылар мәмерйәнән сыҡҡан Шүлгән йылғаһының һалҡын һыуын да тәмләп ҡараны. Һуңынан мәмерйә янында урынлашҡан солоҡсолоҡ музейына инеп сыҡтылар. Унда башҡорттарҙың боронғо шөғөлө тураһында белемдәрен байыттылар. Һәм әлбиттә Рәсәйҙәге берҙән-бер палеолит осорондағы ҡаяға төшөрөлгән рәсем сәнғәте музейына ла инделәр. "Шүлгәнташ" музейының тарих залында ерҙең барлыҡҡа килеүен, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең килеп сығыуы тураһында тыңланылар. Медиазалда ошо тарихи ваҡиғалар тураһында ҡыҫҡа ғына фильм, ә ҡаяға төшөрөү сәнғәте залында мәмерйәләге һүрәттәрҙең күсермәләрен ҡаранылар. Археология залында төрлө дәүергә ҡараған таш ҡоралдар, биҙәүестәр,һауыт-һаба һәм бронза быуаты заманындағы кешенең баш һөйәктәре урынлашҡан. Тәбиғи фәндәр бүлегендә мәмерйәнең төҙөлөшө, макеты, унда йәшәгән йән эйәләре менән таныштылар. Киләһе залда музей хеҙмәткәрҙәре мәмерйәләге һүрәттәрҙе,уның үҙен һаҡлау сараларын күреүҙәре тураһында һөйләнеләр. Һәм дә етенсе зал "Урал-батыр" эпосына арналған. ✨Ике көнлөк фәһемле, күңелле сәйәхәттә яңы тәьҫораттар алып, күмәкләп фотоға төшөп, ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәр әйтеп, 10 "А" класы йәйге ялға китте. #егерменселәр

