😍Бөгөн лагерҙа ҡыҙҙар көнө үтте. Балалар филармонияһында Х. Әхмәтов исемендәге филармо... — 15 июня 2026 г. в 19:16:22.543
😍Бөгөн лагерҙа ҡыҙҙар көнө үтте. Балалар филармонияһында Х. Әхмәтов исемендәге филармония артистары "Йәй моңо" исемле мюзиклын тәҡдим итте. Йәнһүрәттәр йырҙарынан торған тамаша балаларға оҡшаны, Илдар Абдуллинға ҡушылып йырланылар, бейенеләр. 🤩Смена аҙағында "Лагерь һылыуҡайы" бәйгеһен үткәреү матур йолаға әйләнде. Бөгөн береһенән береһе һылыу, һәләтле, отрядтарҙың иң әүҙем ҡыҙҙары сәхнәлә көс һынашты. 🥳Һәp ҡыҙ үҙе менән таныштыpҙы,һөнәp күpһәтте,төpлө көйгә бейене, ҡурсаҡтарына килешле кейемдәр тегеп кейҙерҙе, ҡыҫҡа һopауҙаpға тос яуаптаp биреп сәсән телле булыуҙарын да күрһәттеләр. Баһалама ағзалары бәйгегә йомғаҡ яһаған арала Миһманов Асҡар ҡыҙҙарға моңло йыр бүләк итте. Шулай итеп, "Лагерь һылыуҡайы-2026" тажын Багаманова Йәмилә кейҙе. 🔥1- се урын - Мәмбәтова Сафия, 2- се урындарҙы Ғимаева Сабина, Лоҡманова Йәсминә, Утарбаева Мәрйәм бүлеште. 3- сө урындарҙа Ханнанова Мәҙинә, Ҡасҡынбаев Хаят һәм Әбүзәрова Риана. 🤗🎉💐 Афарин, һылыуҡайҙар! Һәр ваҡытта ҡояштай балҡып, матур булып ҡалығыҙ!❤️🌺

