⭐️Химиянан 100 балл🔥🔥🔥 — 15 июня 2026 г. в 13:42:25.571
⭐️Химиянан 100 балл🔥🔥🔥 ⭐️Гимназиябыҙҙың 11-се класс уҡыусыһы Сөләймәнова Эльвира химиянан Берҙәм дәүләт имтиханында (ЕГЭ) иң юғары балл йыйҙы! ⭐️Был — предметҡа булған ҡыҙыҡһыныуҙың, тырыш хеҙмәттең һәм үҙ ваҡытыңды дөрөҫ ойоштороу оҫталығының һөҙөмтәһе. ⭐️Эльвира киләсәктә тормошон медицина менән бәйләргә теләй. Уның шәп табип буласағына ышанабыҙ!✊💯 ⭐️Эльвираны ошондай һөҙөмтәгә алып килгән уҡытыусыһы — Бураншина Зөлфиә Ташбулат ҡыҙына айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 👏Уҡытыусы менән маҡсатлы уҡыусының берҙәм хеҙмәте генә ошондай юғары һөҙөмтәләргә алып килә. Эльвира, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ! 👏🔥Еңеүҙәргә өлгәш һәм башҡаларға өлгө бул!🤝 Аҡ юл һиңә!🌺🌺🌺 #егерменселәр #егэ

