30 июнь Өфө фән һәм технологиялар университетында төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы еңеүселәр...
30 июнь Өфө фән һәм технологиялар университетында төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. 5-се тапҡыр үткәрелгән федераль олимпиадала быйыл гимназиябыҙҙың 8 класс уҡыусылары Абдуллин Азамат, Сиргалина Алһыу, 11 класс уҡыусыһы Сәғәҙәтова Вилена призер, ә 9 класс уҡыусыһы Маликов Ильяс еңеүсе булдылар. Афарин, уҡыусылар!Уларҙы әҙерләүсе уҡытыусылар Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаева һәм Эльмира Салауат ҡыҙы Хәсәноваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!