26 июнь Әлшәй ерендә "Ер ҡото" - V Төбәк- ара этнокультура һәм патриотик фестивале үтте... — 1 июля 2026 г. в 07:50:10.869
26 июнь Әлшәй ерендә "Ер ҡото" - V Төбәк- ара этнокультура һәм патриотик фестивале үтте. Гимназиябыҙҙың бер төркөм ҡыҙҙары һәм ата- әсәләре был матур сарала ҡатнашып ҡайттылар. Ҡыҙҙарыбыҙ күрһәткән "Мәҙәниәттәр берҙәмлеге" коллекцияһы тамашасыларға бик хуш килде. Балалар төрлө халыҡ уйындары, фольклоры менән яҡындан танышты, конкурстарҙа ҡатнашты, милли аштарҙан ауыҙ итте. Фестиваль ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ, тарих, йолалар байрамы булды. Фестивальде ойоштороусы Башҡорт ҡатын - ҡыҙҙары ойошмаһына, шәхсән Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһаринаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

