🍁🔔 Зәңгәр күктәрҙә алтын көҙҙөң тәүге көнө — 1 сентябрь! Бөгөн гимназиябыҙҙың ихатаһы... — 1 сентября 2026 г. в 17:31:57.171
🍁🔔 Зәңгәр күктәрҙә алтын көҙҙөң тәүге көнө — 1 сентябрь! Бөгөн гимназиябыҙҙың ихатаһы ҡайтанан йәнләнде, белем усағыбыҙ йылмайыуҙарға, сәскәләргә һәм шатлыҡлы тауыштарға күмелде. Ошо матур көндә бөтәгеҙҙе лә Белем көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Бөгөнгө тантана үҙенсәлекле һәм милли рухта үтте. Байрамыбыҙҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артистары биҙәне. Тантана Юнир Һағынбаев башҡарыуындағы бөйөк "Урал" көйө менән асылып, йөрәктәрҙе тетрәндерҙе. Искәндәр Ғәзизов башҡарыуындағы "Уҡытыусыма" йыры һәр уҡытыусының күңеленә йылылыҡ өҫтәне, ә "Тамыр" балалар студияһының "Башҡортостан" йыры байрамыбыҙға сағыу биҙәк булды һәм дәртләндерҙе. Гимназия директоры - Шайморат Азамат улы Тимербулатов һәм ҡунаҡтарыбыҙ гимназия уҡыусыларына йылы теләктәрен еткерҙе. 🎒 Был йыл беҙҙең өсөн айырыуса тулҡынландырғыс: • Белем иле һуҡмағынан беренсе тапҡыр атлаусы 75 1-се класс уҡыусыһын татыу гимназия ғаиләһенә ҡабул иттек! • Был уҡыу йылында 28 уҡыусыбыҙ 11-се класты тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ. Һеҙгә алдағы һынауҙарҙа тик уңыштар теләйбеҙ! ✨ Ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр! Яңы уҡыу йылы һәр беребеҙгә яңы асыштар, юғары ҡаҙаныштар һәм белем үрҙәрен яулау ҡыуанысы алып килһен. Гимназиябыҙҙың даны һәр саҡ яңғырап торһон! Йыл уңышлы үтһен, яңы уҡыу йылы менән! 🚀💼

