🎉Көҙгө йәрминкә🍎🥕🍞🎂
🎉Көҙгө йәрминкә🍎🥕🍞🎂 Бөгөн гимназияла йыл һайын үткәрелгән йәрминкә ойошторолдо. Байрамда 1-8-се класс уҡыусылары атай - әсәйҙәре, класс етәкселәре менән ҡатнашты. Сараны билдәле йырсы, блогер Физалия Валеева моңло йыры һәм 11-се класс уҡыусыһы Карина матур бейеүе менән асып ебәрҙе. 🪗Йәрминкә ваҡытында һәр класс уҡыусылары, атай - әсәйҙәре менән бай өҫтәл әҙерләп, бейеү, ҡурай моңдары яңғыратып, гармун көйҙәренә йырлап, жюри ағзаларын ҡаршы алды. 🍒Өҫтәлдәр милли ризыҡтар, йәшелсә - емештәр, һәр төрлө тәмле аҙыҡтар менән биҙәлде. Ҡояшлы, йылы , күңелле, көҙгө байрам бөтә ҡатнашыусыларға хуш килде.💯👍 Балаларына тәмле ашамлыҡтар бешереп, төрлө яҡлап ярҙам иткән атай - әсәйҙәргә рәхмәт белдерәбеҙ❗️🤝 ✅ 5 В класы Гран приға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ❗️👏👏👏