"Тылсымлы ҡурай" 🎉
"Тылсымлы ҡурай" 🎉 Бөгөн беҙҙең гимназияла тәүге тапҡыр уҡыусылар араһында ҡурайсылар конкурсы ойошторолдо. 💯Ҡурай көнө алдынан үткәрелгән бәйгелә Өфө ҡалаһы мәктәбе уҡыусылары, Иглин һәм Өфө районы балалары ҡатнашты. Бөтәһе 80 - дән ашыу ҡурайсы конкурста сығыш яһаны. 👏Гран - приға 2-се Башҡорт лицейы уҡыусыһы Ахунов Әмир лайыҡ булды. Бәйгелә беҙҙең гимназия ансамбленең ике төркөмө уңышлы сығыш яһап, призлы урындар алды.Яңғыҙ башҡарыусылар араһында 👍Иҫәнсурин Муса призер булды. ✅Конкурсты мәртәбәле жюри ағзалары БР Халыҡ артистары Юлай Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев , билдәле ҡурайсылар Вилдан Дәүләтбирҙин, Әғләм Юлгилдин һәм "Ашҡаҙар" радиоһының тауыш режиссеры Илнур Миһманов ғәҙел баһаланы. Ҡунаҡтар араһында Совет районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Киселев, ҡала мәғариф бүлеге белгесе Гөлзифа Абзалова, Совет районы ҡоролтай етәксеһе Раушан Ғәлимов булды. ✅Сара барышында гимназия бейеүселәре, фольклор төркөмө, "Тамыр", "ГүзәлДанс" балалары бейеү ансамблдәре сығыш яһаны. Урал Мортазин һәм улы Ишмораттың йырҙары күңелдәргә хуш килде. Уҡыусыларыбыҙ күргәҙмә эшләне, ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы, матур итеп байрамды алып барҙы, сәхнәлә шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап, бейеп сығыш яһаны. 🙏Конкурстың режиссеры БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлмирә Ҡыуатова, музыкаль яҡтан биҙәүсе Ринат Зарипов, шарҙар менән сәхнәне биҙәүсе Алиса Рамазанова сараны бик яҡшы итеп ойошторҙо һәм биҙәне.👍 Гимназияның бренд сараһын үткәреүҙә ҡатнашҡан уҡытыусыларға, балаларға, атай - әсәйҙәргә рәхмәт белдерәбеҙ!🙏🤝 Ҡурай байрамы барыһына оҡшаны, юғары кимәлдә үтте❗️💯👏