🎉Линиза Рәйес ҡыҙы Рәхимованы күркәм юбилейы көнөн ҡотлайбыҙ❗️
🎉Линиза Рәйес ҡыҙы Рәхимованы күркәм юбилейы көнөн ҡотлайбыҙ❗️ Гимназияның китапханасыһы Линиза Рәйес ҡыҙын ихлас күңелдән еләкле юбилейы менән тәбрикләйбеҙ! 💐 Бәхет ҡошо ҡунһын һәр саҡ һинең гүзәл иңдәреңә, Йылы һүҙҙәр, ихлас ҡотлау ҡушылһын һәр көндәреңә. Йәшә шулай йылмайып һин, донъяның йәме булып, Был донъяла иң бәхетле, иң гүзәл ҡатын булып! Һәр саҡ шулай ихлас, аҡыллы, алсаҡ, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ. 🌺Һеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, ап- аҡ бәхеттәр, ҙур уңыштар теләйбеҙ. 🤝Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын❗️