☀️«Ҡояшҡай» лагеры — «Урал батыр» рухында✨ — 8 июня 2026 г. в 18:41:04.088
☀️«Ҡояшҡай» лагеры — «Урал батыр» рухында✨ Бөгөн, 8 июнь, гимназиябыҙҙың «Ҡояшҡай» лагеры шөғөлләнеүселәре өсөн иҫтәлекле көн булды. Улар район мәҙәниәт йортонда «Урал батыр» эпосына арналған тамашаға сәйәхәт ҡылдылар. 🎭 Саранан тыш, балаларға халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы булған эпосҡа бағышланған бай йөкмәткеле күргәҙмә лә тәҡдим ителде. 📚 Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары ойошторған ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та оҫталыҡ дәрестәре һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кемдер ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнһә, икенселәре башҡорт милли кейемдәренә биҙәктәр һалып, матур һүрәттәр эшләне. ✨ Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бихисап сағыу һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып таралышты. #ҠояшҡайЛагеры #УралБатырЭпосыКөнө#8июнь

