💥 «Танылыу» — уҡыу йылы аҙағында муниципаль һәм төбәк (региональ) предмет олимпиадала... — 12 июня 2026 г. в 11:35:56.648
💥 «Танылыу» — уҡыу йылы аҙағында муниципаль һәм төбәк (региональ) предмет олимпиадаларында еңеүсе уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын ҡотлау һәм бүләкләү тантанаһы. 2025–2026 уҡыу йылында Әхмәр мәктәбе олимпиада хәрәкәте буйынса Ишембай районында маҡтаулы 3-сө урынды яуланы. Был ҙур ҡаҙанышта 9-сы класс уҡыусыһы Аралбаева Айзиләнең һәм уны әҙерләгән уҡытыусыларҙың да өлөшө ифрат ҙур. Айзилә биология, математика һәм башҡорт теле буйынса муниципаль олимпиадаларҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтеп, еңеүсе һәм призёр булды. Биология һәм башҡорт теле буйынса республика этабында ла ул һынатманы, призёр исемен яуланы. Айзиләгә яңы еңеүҙәр, ҡыйыу идеяларының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Уҡытыусыларың һәм ата-әсәйең һиңә һәр саҡ терәк булыр!

