✨ Гүзәллек һәм талант тантанаһы! — 22 апреля 2026 г. в 12:13:47.300
✨ Гүзәллек һәм талант тантанаһы! 17 апрель көнө Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында муниципаль кимәлдәге «Һылыуҡай» бәйгеһе үтте. Сығыш яһаусы һылыуҙар тамашасыларға бик матур, сағыу һәм онотолмаҫлыҡ байрам бүләк итте. Был дәрәжәле бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, талантлы һәм ҡабатланмаҫ икәнлеген иҫбатланы. Финалистар араһында Әхмәр урта мәктәбе уҡыусыһы Айзилә Аралбаеваның булыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ! Айзилә үҙенең тырышлығы һәм һөйкөмлөлөгө менән ике номинацияла еңеүсе тип билдәләнде: 🏆 «Интернет һылыуҡайы» («Торатау» гәзите ойошторған тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса); 🏆 «Иң рухлы һылыуҡай». Айзиләне лайыҡлы еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уға артабан да яңы үрҙәр яулауын, уҡыуында һәм алда торған имтихандарында тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Афарин, Айзилә! Киләсәгең сағыу, юлдарың асыҡ булһын! 🌟 ----- ✨ Успех на конкурсе «Хылыукай»! 17 апреля в Ишимбае прошел финал муниципального конкурса башкирских красавиц. Ученица Ахмеровской школы Айзиля Аралбаева ярко проявила себя и стала победительницей в двух номинациях: 🏆 «Интернет-красавица» (газета «Торатау») 🏆 «Самая одухотворенная красавица» Поздравляем Айзилю, гордимся её талантом и желаем только отличных результатов на предстоящих экзаменах! 🎉

