26 июнь район мәктәптәрендә 9-сы класс уҡыусылары өсөн аттестат тапшырыу тантаналары ү... — 2 июля 2026 г. в 08:51:37.189
26 июнь район мәктәптәрендә 9-сы класс уҡыусылары өсөн аттестат тапшырыу тантаналары үтте. 2026 йылда Әхмәр урта мәктәбен 9 уҡыусы тамамланы. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ниһайәт, аттестат ҡулда! Араларында тик "5"-гә генә өлгәшеп, ҡыҙыл аттестатҡа эйә булыусы - Аралбаева Айзилә! Кагирова Әҙилә, Латыпова Нелли, Әминов Марселдың аттестаттарында - "5"һәм "4" билдәләре. Уҡыусыларға уңыштар, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!Хәйерле юл, һеҙгә! Белем баҫҡыстарынан күтәрелгәндә бирешмәгеҙ, төплө белем алып, үҙ юлдарығыҙҙы дөрөҫ билдәләгеҙ!

