🔥 Урмандарҙы уттан һаҡлағыҙ! — 16 апреля 2026 г. в 06:09:25.942
🔥 Урмандарҙы уттан һаҡлағыҙ! 8 апрелдән Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе осоро асылды. ❌Был осорҙа урмандарҙа ут яғыу, быҫҡыған шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау, быяла һәм шешә ҡалдырыу; урмандарҙа һәм баҫыуҙарҙа үлән яндырыу, урман әҙерләүселәргә ҡырҡынды ҡалдыҡтарын яндырыу ҡәтғи тыйыла. ❗Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штрафтар ҡаралған: · граждандар өсөн — 60 мең һумға тиклем; · вазифалы кешеләр өсөн — 110 мең һумға тиклем; · ойошмалар өсөн — 2 миллион һумға тиклем. ☎ Урман янғынын күреп ҡалһағыҙ, түбәндәге телефондар буйынса шылтыратығыҙ: · Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте: 8 (347) 218-14-14; · урман һаҡлауҙың берҙәм номеры: 8 800 100 94 0. ✅ Республика урмандарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында түбәндәге эштәр башҡарыла: — республиканың янғын хәүефе иң юғары булған райондарында «Урман һаҡсыһы» (Лесохранитель) системаһының 22 видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырылған, ағымдағы йылда тағы 35 камера һатып алыу планлаштырыла; — «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә 700-ҙән ашыу заманса урман янғынын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һатып алынды; — дәүләт урман инспекторҙары өсөн 500-ҙән ашыу урман патруль техникаһы һәм ҡорамал һатып алынды; — алдынғы технологиялар әүҙем индерелә: урмансылар ҡарамағында 31 пилотһыҙ осоу аппараты бар.

