⚡ Өфө янында ас бүреләр йөрөй! — 11 апреля 2026 г. в 05:47:59.562
⚡ Өфө янында ас бүреләр йөрөй! Баш ҡала эргәһендә генә урынлашҡан Чесноковка ҡасабаһындағы юлда ике бүрене күргәндәр. ❗️Йыртҡыс хайуандар оҙон ҡыштан һуң аҙыҡ эҙләп кешеләр янына килеп сыҡҡан, күрәһең. 📍Урынға һунар инспекторҙары йүнәлгән. Был хаҡта тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр иткән. ✅ Сығанаҡ: «Башинформ».

