⚡МЧС иҫкәртә! — 27 июля 2026 г. в 05:45:03.108
⚡МЧС иҫкәртә! 🏖 Был көндәрҙә ныҡ эҫе көндәр тора. Янғын хәүефе, тәбиғәттә ғәҙәттән тыш хәл осраҡтары арта. МЧС ошо хаҡта иҫкәртә. 📍 Алдағы көндәрҙә лә һауа температураһы юғары буласаҡ. Төнөн +17,+22°, көндөҙ +31,+36°. Иртән томан төшә, юлдарҙа күренеүсәнлек насарая. 🆘 Ҡотҡарыусылар һыу ятҡылыҡтары буйында иғтибарлы, уяу булыуҙы онотмаҫҡа саҡыра. ❗️Эскән килеш һыу инмәҫкә, тәрәнгә, ҡалҡыуыстар аръяғына йөҙөп китмәҫкә; сапбордтарҙа, кәмәләрҙә хәүефһеҙлек сараларын күрергә; балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа. Шулай уҡ тәбиғәттә ут менән һаҡ булырға. 🛑 МЧС рейдтар үткәрә, иҫкәртеү ҡағыҙҙары тарата. ✅Фото: МЧС.

