“Фронт һәм тыл бергә: Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында һәм Махсус хәрби операцияла” т... — 11 июня 2026 г. в 11:13:59.320
“Фронт һәм тыл бергә: Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында һәм Махсус хәрби операцияла” тарихи-патриотик марафоны үтте 29 апрелдә республика күләмендә “Фронт һәм тыл бергә: Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында һәм Махсус хәрби операцияла” тарихи-патриотик марафоны үтте. Тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм быуындар бәйләнешен күрһәтеүгә йүнәлтелгән сара Башҡортостандың бөтә муниципалитеттарын да берләштерҙе. Марафон сиктәрендә район мәҙәниәт һарайы фойеһында “Ваҡыттар бәйләнеше. Связь времен” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе эшләне. Сарала ҡатнашыусылар иғтибарына шулай уҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, Ҡотан ауыл мәҙәниәт йорто, Иҫке Собханғол мәктәбе, Мәсем үҫмерҙәр клубы ойошторған күргәҙмәләр, Кейекбай ауылынан хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Айрат Ҡарабаевтың шәхси күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Ҡотан ауылынан Ольга Попова ҡоро душ эшләү буйынса мастер-класс үткәрҙе. Марафондың официаль өлөшөн асып, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Илфат Ғәлин сығыш яһаны. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Бөрйән районы буйынса координаторы Мәүсилә Йәмғурсина фонд эшмәкәрлеге тураһында һөйләп китте. Сара патриотик йыр-бейеүҙәргә үрелеп барҙы. Марафон сиктәрендә Иҫке Собханғол мәктәбе интернаты тәрбиәләнеүселәре өсөн “Фронт һәм тыл” интеллектуаль квиз-уйыны үткәрелде. Уҡыусылар ике командаға бүленеп, 6 раундта тест һорауҙарына яуап бирҙе, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемдәрен тикшерҙе. Был марафондың маҡсаты – фронт һәм тыл берҙәмлеген, замандарҙың бәйләнешен күрһәтеү. Бөйөк Ватан һуғышында ла, әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ла Башҡортостан яугирҙары һәм уларға таяныс булған тыл эшсәндәре ҙур батырлыҡ күрһәтте һәм күрһәтә. Уларҙың ҡаһарманлығы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм донъялар тиҙерәк тынысланып, күктәребеҙ аяҙ булһын, тип теләйбеҙ.

