«Тауҙарҙа тауыш аҙашмай» — 11 июня 2026 г. в 11:11:34.627
«Тауҙарҙа тауыш аҙашмай» 23 апрелдә район мәҙәниәт һарайында яҡташыбыҙ, күренекле шағир, оҫта ҡәләмле журналист Инсур Йәһүҙиндың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған «Тауҙарҙа тауыш аҙашмай» тип исемләнгән хәтер кисәһе үтте. Хәтер кисәһендә яҙыусының тормош юлдашы Фәриҙә Шәйәхмәт ҡыҙы Йәһүҙина ҡыҙы Гүзәл менән, ижадташ дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡатнашты, яҡты хәтирәләр йомғағын һүтте. Кисә барышында Инсур Ғәззәли улының шиғырҙарын “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Арсен Алтыншин, Сулпан Сафаргалина, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 3 “А” класы уҡыусылары Айназ Хайбуллин, Луиза Баймухаметова, Илъяс Динисламов, 2 “В” класы уҡыусыһы Динара Рахмангулова, 10 “Б” класы уҡыусыһы Шәүрә Сәғитова, район мәҙәниәт һарайы художество етәксеһе Нәзилә Әлибакова һөйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ кисәлә шағирҙың шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар яңғыраны. Инсур Йәһүҙиндың сәңгелдәге, тамырҙары, шишмә башы Иҫке Мөсәт ауылында. Ул 1951 йылдың 26 мартында тыуған. Иҫке Собханғол урта мәктәбен, Учалы һөнәрселек училищеһын тамамлай, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Йәшләй генә райондың “Таң” гәзите биттәрендә, республика матбуғатында шиғырҙарын баҫтыра. “Юлға сығам” тигән тәүге китабы, ысынлап та уның оло юлға, шиғриәткә, оҙайлы һәм мәңгелек сәфәренә фатиха була. Әҙәбиәт һөйөүселәр бер – бер артлы ҡулдарына уның “Көнлөғояш”, “Тауҙарҙа тауыш аҙашмай”, “Төлкө килде ҡунаҡҡа, “Яраһыҙ һағыш”, әҫәрҙәрен алып һөйөнә. 2001 йылда “Тамғалар” шиғри йыйынтығында “Даға сыңы ” китабы донъя күрә. Инсур Йәһүҙин шулай уҡ “Атайсал- земля Бурзянская ” – “Быуаттар артылышында” серияһынан Бөрйән районының тарихына, кешеләренә арналған китаптың автор – төҙөүсеһе булып тора. 1996 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар Союздары ағзаһы. Оҙаҡ йылдар матбуғат өлкәһендә эшләй: гәзит баҫыусы, хәбәрсе, бүлек мөдире, “Башҡортостан ” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, “Таң” гәзитенең баш мөхәррире була. Ул СССР, Рәсәй, Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы ла булды. Төпкөлдә йәшәүенә, унда матбуғат тигән быуынға төшөр эште алып барыуына ҡарамаҫтан, замандан, замандаштан шиғриәттә тотҡан йөрәк һәм зиһен талаптарынан артта ҡалманы, йәш көстәр Хисмәт Юлдашев, Рәмил Ҡол- Дәүләт, Рәйес Түләков, Рәмил Йәнбәк, Буранбай Исҡужин, Әхмәр Үтәбай, Булат Тимерғәлиев, Тимер Ниәтшиндар араһында үҙ урынын , үҙ баһаһын алды. Уның заман хәлдәре, донъя көтөү рухы, һөйөү, һөйөлөү, бигерәк тә ер- һыу, тәбиғәт моңо менән һуғарылған шиғырҙары шиғриәт һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырмай. Ғөмүмән, шағир тауышын Бөрйән тауҙары аҙаштырманы. Яҙыусының шиғырҙарына Республикабыҙҙың копозиторҙары, үҙешмәкәр композиторҙар тиҫтәләгән йырҙар яҙҙы. Яҡташтарыбыҙ күренекле композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин көйөнә яҙылған “Тальян гармун”, “Йөрәгемдә ҡалам яратып”, үҙешмәкәр копозиторҙарҙан Миңнур Ҡасимованың “Яҙмыш”, Дамир Ғүмәровтың “Баҙал”, “Шундай сағым” йыҙарын халыҡ бик яратып тыңлай. Тауҙарҙа тауыш аҙашмай, Шаңдауҙар шаулап ҡайта. Тағы ла үрҙәр эҙләһә, Шаңдауҙар ҡая вата. Тауҙарҙа тауыш аҙашмай, Шатлығыңды йәшермә. Ана, тыңла, Күк түбәләр Күкрәп китә йәшендән. Тауҙарҙа тауыш аҙашмай, Күҙ йәше кеүек таштар- Һағышта ниҙәр әйттең һуң?! … Өндәшһәң, Уйла башта, Тауҙарҙа тауыш аҙашмай… Кеше мәңгелек түгел, ләкин әҙәбиәт, шиғриәт тигән илаһи тормош- үҙе мәңгелек. Был тормошта шағир Инсур Ғәззәле улы Йәһүҙиндың да тынғыһыҙ ижадының да лайыҡлы урыны бар. Ул һәр ваҡыт халҡыбыҙға хеҙмәт итер, исеме, рухы халҡы күңелендә мәңге йәшәр.

