💥Бөгөн 2- се Этҡол урта мәктәбендә Белем байрамы үтте.💫
💥Бөгөн 2- се Этҡол урта мәктәбендә Белем байрамы үтте.💫 Беренсе сентябрь – һәр кем өсөн түҙемһеҙлек менән көтөп алған, бала саҡ хәтирәһе булып күңел түрендә һаҡлана торған көндәрҙең береһе. Быйылғы уҡыу йылында мәктәп 90 уҡыусыны ҡаршы алды. Биш уҡыусыны беренсе класҡа ҡабул итеп алдыҡ. Байрам айҡанлы, ауылдашыбыҙ - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе вазифаһын башҡарыусы Илшат Азамат улы Тажетдинов уҡыусыларға, уҡытыусыларға изге теләктәрен хат аша еткерҙе. Тантаналы линейкала Баймаҡ районы хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Дәүләтбаев Илнур Нурмөхәмәт улы, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре өлкән лейтенант Байсурина Дилүзә Фәнил ҡыҙы, Ниғәмәт ауылы хакимиәте белгесе Гребнева Гөлсөм Заһит ҡыҙы ҡатнашты. Барлыҡ уҡыусыларға бөтә көс һәм иғтибарҙы уҡыуға йүнәлтеп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәрен, илебеҙгә, районыбыҙға кәрәкле шәхестәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ! Ҡәҙерле уҡытыусыларға, ата-әсәләргә тәрбиә эшендә сабырлыҡ теләйбеҙ! Балалар Һеҙҙе уңыштары һәм еңеүҙәре менән гел ҡыуандырып торһон!🌟💯