💥2-се Этҡол мәктәбе райондың белем биреү учреждениеларын волейбол🏐теннис🏓 һәм шахм...
💥2-се Этҡол мәктәбе райондың белем биреү учреждениеларын волейбол🏐теннис🏓 һәм шахмат♟️буйынса көс һынашырға йыйҙы. Был сәмле ярыш, илебеҙҙең тоғро терәге, тыуған яғының патриоты, үҫеп килгән быуынды илһөйәр, рухлы, физик яҡтан көслө итеп тәрбиәләүҙә ҙур көс һалыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Рим Ғәтиәт улы Искужиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланып, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә үткәрелде. Районыбыҙ мәктәптәренең ир –егеттәрен туплаған 4 команда өс ярыш төрөндә көс һынашты. Волейбол ярышы бик ҡыҙыу барҙы. 1-се урынға Баймак ҡалаһы командаһы, 2-се урынға Иҫке Сибай зонаһының “Атайсал» командаһы, 3-сө урынға Темәс зонаһы командаһы лайыҡ булды, ә “Иң яҡшы уйынсылар” номинацияһында Әхмәҙиев Владислав, Исҡужина Мәҙинә, Исҡужин Илнур, Буранбаев Рәшит еңеүсе булды. Шахмат һөйөүселәр ҙә һынатманы. 1- се урынға Хәмитов Марсель, 2- се урынға Әхмәҙиев Владислав, 3- сө урынға Ишбулатов Вәкил лайыҡ булды. Теннис уйнаусылар араһынан 1-се урынға Хәмитов Марсель, 2- се урынға Намазкаев Самат, 3- сө урынға Ишбулатов Вәкил сыҡты. Еңеүселәргә Рим Ғәтиәт улының ғаиләһе иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шәхси эшҡыуарҙар Мөхәмәтйәнова Суфия һәм Әүәлбаев Даян, шулай уҡ Мәғариф бүлегенең профсоюз ойошмаһы ла ярыштың бағымсылары булды. Рим Ғәтиәт улы Искужиндың яҡты иҫтәлегенә арналған ярыш ойошҡанлы үтте. Сараға уҡыусыларҙың концерт номерҙары йәм өҫтәһә, мәктәп коллективы тәмле аш менән һыйланы.