💥Ура, каникулдар!💥
💥Ура, каникулдар!💥 Мәктәп коллективы балаларҙың каникулдарын имен - һау һәм файҙалы үткәреүен ойошторорға тырыша: төрлө түңәрәктәр эшләй, саралар ойошторола. 8-9- сы кластарҙың етәкселәре Нурзидә Мәһәҙей ҡыҙы һәм Гүзәлиә Әкрәм ҡыҙы ла уҡыусыларға иҫтәлекле бер көн ойошторҙо: Баймаҡ ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға алып барҙылар. Балалар төрлө экспонаттар менән танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Һуңынан Баймаҡ ҡалаһының "Ирәндек" кинотеатрында уҡыусылар "Чудо- юдо" кино- әкиәтен ҡараны. Музейға, кинотеатрға коллектив сәйәхәт уҡыусылар өсөн фәһемле һәм файҙалы булды, дуҫлыҡ ептәрен нығытты. Каникулдың бер көнө генә лә уҡыусылар күңелендә күпме иҫтәлектәр һаҡлаясаҡ!