Бөгөн, Уҡытыусылар көнөндә, мәктәптә Дублёр көнө үтте. Был көндө мәктәп уҡыусылары түҙе...
Бөгөн, Уҡытыусылар көнөндә, мәктәптә Дублёр көнө үтте. Был көндө мәктәп уҡыусылары түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. 9-сы класс уҡыусылары үҙҙәрен уҡытыусы ролендә һынап ҡараны, ә уҡытыусылар - уҡыусы булған саҡтарын иҫкә төшөрөп, төрлө фәндәрҙе уҡынылар. Дәрестәр тамамланғас, мәғариф ветерандары һәм уҡытыусылар балалар әҙерләгән матур концерт ҡараны. Байрамыбыҙға ауыл китапханаһы мөдире Фәниә Мажитова моңло йыры менән йәм өҫтәне. Дублёрҙар көнө ойошҡанлы һәм ҡыҙыҡлы үтте.