Хөрмәтле коллегалар, мәғариф ветерандары!
Хөрмәтле коллегалар, мәғариф ветерандары! Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Уҡытыусы һөнәре - иң изге һөнәрҙәрҙең береһе. Ул балаларҙы белем донъяһына алып инеүсе, ҙур тормош юлына сығарыусы һәм һәр береһенең яҡты киләсәгенә тоғро юл өйрәтеүсе. Уҡытыусының бар булмышы шәхес тәрбиәләү, йәш быуынға ҡиммәтле тәжрибә биреү , белем һәм мәҙәни байлыҡты тапшырыу, илебеҙҙең яҡты киләсәген хәстәрләү. Уның фиҙәҡәр хеҙмәте бөгөнгө көндә лә баһалап бөткөһөҙ. Хөрмәтле уҡытыусылар, байрам менән! Һеҙгә һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар, ижади үрҙәр теләйем!