Бөгөн, 9 майҙа, Исҡужа ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тан... — 9 мая 2026 г. в 18:05:42.962
Бөгөн, 9 майҙа, Исҡужа ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы митинг үткәрелде. Тантаналы митингта ҡатнашыусыларҙы Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина сәләмләп, барыһын да Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы. Исҡужа ауылы имамы Ҡәһәрмән Фазылйән улы Һөйөндөков яуҙа алышҡан ҡаһармандар рухына аят бағышланы. Ветерандар советы рәйесе Әлфиә Хәмзә ҡыҙы Теләүшина һуғыш йылы балаларына Бөйөк Еңеү көнөнә ҡотлап Республика башлығы Радий Фәрит улының открыткаларын уҡыны. Ҡотлау һүҙҙәрен Исҡужа ауылы депутаты Мәжит Ирғәле улы Юлгильдин, мәктәп-балалар баҡсаһы директоры Фидалия Ғаяз ҡыҙы Баязитова ла еткерҙе. Митинг Исҡужа башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы тарафынан әҙерләнгән шиғыр, йыр менән үрелеп барҙы.

