Әлифба байрамы - ҡабатланмаҫ баласаҡ иленең иң шәп байрамдарының береһе. 26 март мәктәб... — 28 марта 2026 г. в 07:41:39.625
Әлифба байрамы - ҡабатланмаҫ баласаҡ иленең иң шәп байрамдарының береһе. 26 март мәктәбебеҙҙә ҙур байрам- Әлифба байрамы үткәрелде! 1 класс байрамды ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Байрамда уҡыусылар шиғырҙар ятланы, йырҙар йырланылар. Шулай уҡ байрамға Әлифба, Әҙәби уҡыу ҡунаҡҡа килделәр. Ата – әсәләр ҙә байрамдан ситтә ҡалманылар. Отҡор Әлифба уларға ла ҡыҙыҡлы һорауҙарын бирҙе. Байрам бер тында һиҙелмәйсә үтте лә китте. Яңы ғына мәктәп ишеген асҡан беренселәр белем тауының тәүге баҫҡысына ла баҫтылар. Артабан да уларға уңыштар ғына теләргә ҡала.

