Шүлгәндәр өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар! — 18 марта 2026 г. в 08:57:00.893
Шүлгәндәр өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар! Бөгөн «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусылар араһында интернет аша тауыш биреү башланды. Онлайн тауыш биреү барышында йыйылған тауыштар һаны беҙҙең Ғәҙелгәрәй өсөн бик мөһим. 18 марттан 27 мартҡа тиклем һәр кешегә бер тапҡыр тауыш бирергә мөмкин. Тауыш биреү golos.bashkortostan.ru/poll/77/ порталында бара. Бының өсөн «Госуслуги» порталы аша авторизация үтергә кәрәк була. Ғәҙелгәрәй ауылы “Ҙур тораҡ пункттар"("Большие населенные пункты") категорияһында ҡатнаша. Ғәҙелгәрәй ауылы өсөн берҙәм генә тауыш бирәйек! Беҙҙе уҡығыҙ: МАХ / ВКонтакте

