2025 йылда Рәсәй банкыһы Башҡортостанда законһыҙ финанс эшмәкәрлек билдәләре хас 23 ком... — 17 марта 2026 г. в 11:21:10.091
2025 йылда Рәсәй банкыһы Башҡортостанда законһыҙ финанс эшмәкәрлек билдәләре хас 23 компанияны асыҡлаған. Улар араһында ҡара кредиторҙар өҫтөнлөк итә — уларҙың һаны 20. Бындай ойошмалар дәүләт реестрында иҫәпкә алынмаған һәм кредит ҡулланыусылар кооперативтары, микрокредит компаниялары һәм ломбардтар булараҡ эш итә. Был фирмалар клиенттарына заем өсөн артыҡ түләү һәм залогҡа һалған затлы әйберҙәренән мәхрүм ҡалыу ҡурҡынысы янай. Бынан тыш, төбәктә ике финанс пирамидаһы һәм үҙен, ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эшләгән һөнәрмән, тип танытҡан бер ойошма асыҡланған. Был структуралар халыҡҡа инвестицияларҙан юғары килем вәғәҙә итә, әммә файҙалы инвестициялар менән фонд баҙарында уңышлы операциялар тураһында ялған мәғлүмәт бирә. Рәсәй Банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Марат Кашапов: «Ысынында иһә республикабыҙ халҡының аҡсаһын эҙләүсе закон боҙоусылар күпкә артыҡ. Бөгөн мутлашыусылар башлыса интернетта эшләй, һәм төбәктә теркәлеүе мөһим түгел. Мутлашыусылар йыш ҡына криптоактивтарға инвестициялар һалырға тәҡдим итә һәм, криптоянсыҡтар аша иҫәпләшеп, анонимлығын һаҡлап ҡала. Ә йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн яһалма интеллект ҡулланыуға баҫым яһайҙар», — тип белдерҙе. Былтыр Рәсәй банкыһы бөтә Рәсәй буйынса 7000-дән ашыу шикле операция асыҡлаған. Уларҙың 80 проценттан ашыуы онлайн эшләнгән. Был ойошмаларҙың барыһы ла регуляторҙың иҫкәртеү исемлегенә индерелде. Рәсәй банкыһы финанс ойошмаһын һайлағанда уны ошо регулятор аша тикшереп ҡарарға кәңәш итә. Компанияны был исемлектә тапһағыҙ, аҡсағыҙҙы юғалтыу хәүефе бик юғары. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

