"Юлдаш" иҫкәртә: йәшендән һаҡлан! — 29 июня 2026 г. в 04:22:13.000
"Юлдаш" иҫкәртә: йәшендән һаҡлан! ✅ Йәшен ваҡытында асыҡ һауала булһағыҙ, соҡор, йырын, йә ҡыуаҡлыҡ кеүек ышығыраҡ урынға ҡасығыҙ. ✅ Бик булмаһа, сүкәйеп ултырығыҙ йә ҡоро ҡомло урынға ятығыҙ. ✅ Тимерҙән эшләнгән ҡоролмалар, йәки палатка эсенә инеү, ҡулығыҙға тотҡан ҡармаҡ, ҡулсатыр кеүек оҙон метал әйберҙәр йәшендән атылыу хәүефен арттыра. Хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәгеҙ. ✅Йәшен ваҡытында яңғыҙ ағас аҫтына бармағыҙ. Быға тиклем йәшен һуҡҡан ағасҡа ла ҡабат атыуы мөмкин икәнен онотмағыҙ. ✅ Телефонығыҙҙы һүндерегеҙ. ✅Йәшендән йәшенеп буламы? Була. Йортта икәнһегеҙ ишек-тәҙрәләрҙе, мөрйәне, вентиляция торбаларын ябығыҙ, барлыҡ электр приборҙарын, телефондарҙы һүндерегеҙ һәм йәшен үткәндән һуң да ярты сәғәт тоҡандырмағыҙ. ✅ Йәшен ваҡытында юлда булһағыҙ – атта, велосипедта, мотоциклда барһағыҙ, туҡталырға кәңәш ителә. Машинала булһағыҙ,тиҙлеген кәметегеҙ йә туҡтағыҙ. Туҡталған урынығыҙ бейек ағастарҙан һәм юғары вольтлы электр линияларынан мөмкин тиклем алыҫтараҡ булһын.

