Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары! — 26 июля 2026 г. в 05:52:42.275
Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары! Ял көндәрендә күптәр ғаилә менән ял итеү өсөн һыу объекттарына барыуҙы хуп күрә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү кәрәклеге хаҡында иҫегеҙгә төшөрәм. Әлшәй районында 11 йәшлек малай күперҙән һыуға һикергән һәм кире йөҙөп сыҡмаған. Водолаздар ярҙамында эҙләү эштәре дауам итә. Балалар һыу инеүҙе тыйыу билдәләре ҡуйылған урында булған. Ата-әсәләр, һәр берегеҙ өсөн балаларығыҙҙың ғүмере һәм һаулығы ҡәҙерле булырға тейеш, улар менән хәүефһеҙ һыу инеү ҡағиҙәләре тураһында ныҡлап һөйләшегеҙ. Күперҙән һикереү ҡәтғи тыйылыуын аңлатығыҙ! Балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙҙәрен генә һыу инергә ебәрмәгеҙ. Был, кәм тигәндә, ата-әсә бурыстарын тейешенсә үтәмәгән өсөн административ хоҡуҡ боҙоуға тиң! Шулай уҡ һыу инеү өсөн рөхсәт ителгән урындарҙы ғына һайлағыҙ, таныш булмаған урында һыу инмәгеҙ, һыуға суммағыҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ. Иҫерек килеш һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Барығыҙға ла хәүефһеҙ ялдар теләйем! Уважаемые жители и гости района! В выходные дни многие предпочитают для отдыха отправиться на водные объекты. Напоминаю вам о необходимости соблюдения правил безопасного поведения на воде. В Альшеевском районе 11-летний мальчик нырнул с моста в реку и не выплыл. После безуспешных попыток и поисковых работ на поверхности воды, сегодня к поискам подключатся водолазы. Дети находились в месте где установлены аншлаги о запрете купания без присмотра взрослых. Родители, если вам дорога жизнь и здоровье своего ребенка, обязательно поговорите с ним о правилах безопасного купания. Напомните, что категорически запрещается прыгать с моста! Не оставляйте детей без присмотра у воды, не отпускайте купаться их одних. Это как минимум административное правонарушение за ненадлежащее исполнение родительских обязанностей! Так же выбирайте для купания специально оборудованные пляжи, места для купания, не ныряйте в незнакомом месте, не уплывайте далеко от берега. Категорически запрещается купаться в состоянии алкогольного опьянения! Всем безопасного отдыха!

