🛶 Йылға буйлап кәмәлә йөҙөргә йыйынаһығыҙмы? Эште иң мөһименән башлағыҙ – хәүефһеҙлект... — 1 августа 2026 г. в 06:05:26.765
🛶 Йылға буйлап кәмәлә йөҙөргә йыйынаһығыҙмы? Эште иң мөһименән башлағыҙ – хәүефһеҙлекте тәьмин итегеҙ. Сәфәргә юлланыр алдынан маршрутты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтында йәки ведомствоның яҡындағы бүлексәһендә теркәгеҙ. Туғандарығыҙға ҡасан һәм ҡайҙа барыуығыҙ, ҡасан ҡайтырға ниәтләүегеҙ тураһында әйтегеҙ. Һыуҙа йөҙгәндә командалағы кешеләр менән аралашыу өсөн аныҡ сигналдар тураһында алдан һөйләшегеҙ. Был хатта йылға шауында ла бәйләнештә булырға ярҙам итер. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында маршрутты онлайн теркәү тәртибен аңлаттылар: ❶ Сайтҡа инегеҙ: vk.cc/c1CyqO һәм маршрут башланған төбәкте һайлағыҙ. ❷ Анкета тултырығыҙ (етәксе тураһында мәғлүмәттәр, төркөмдөң составы, маршрут тасуирламаһы, юлға сығыу һәм ҡайтыу датаһы). ❸ Заявка ебәрегеҙ – уны бер эш көнө дауамында ҡараясаҡтар. ❹ Юлға сығыр алдынан һәм ҡайтҡас, мотлаҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыратып, старт һәм финиш тураһында хәбәр итегеҙ. ❺ Белдереүҙе сәфәргә тиклем 10 көндән дә һуңға ҡалмайынса бирергә кәрәк (теркәү бушлай). Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: маршрутты теркәү – рәсми талап ҡына түгел, әгәр походта көтөлмәгән хәл килеп сыҡһа, аныҡ ярҙам да ул. Ашығыс хеҙмәттәрҙең телефондары: 101 һәм 112. 👉Тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтында #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

