«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән бергә «ЯТЛАТ... — 26 августа 2026 г. в 02:54:38.468
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән бергә «ЯТЛАТА ТАМЫР» тип аталған конкурс иғлан итә! 🔶 Кемдәр ҡатнаша ала? 5-15 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр 🔶 Нисек ҡатнашырға? 30 авгусҡа тиклем шиғыр уҡыған видеояҙмаларҙы «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөбөҙгә vk.com/tamir_telekanal шәхси хәбәр итеп ебәрергә кәрәк. 🔶 Төп шарттар? Ҡатнашыусылар Тамыр һәм Яҙыусылар союзы төркөмдәренә яҙылған булырға тейеш; Горизонталь форматта төшөрөлгән видеояҙманың оҙонлоғо 3 минуттан артмаҫҡа тейеш. 🔶 Конкурстың финалы ҡасан була? Онлайн-тур еңеүселәре 1 сентябрь Өфөлә Яҙыусылар Союзында үтәсәк байрамға саҡырыла һәм бүләкләнә. Конкурс буйынса тулыраҡ мәғлүмәт аҫта беркетелгән документта. 🚀 Башланыҡ! Уңыштар!

