📝Мәғарифты үҫтереү институты «Башҡорт теленән диктант» халыҡ-ара белем биреү акцияһына... — 15 апреля 2026 г. в 15:51:50.489
📝Мәғарифты үҫтереү институты «Башҡорт теленән диктант» халыҡ-ара белем биреү акцияһына саҡыра! 📍Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы. 🤝Быйылғы диктанттың текст темалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Сокоройҙың 200 йыллығына арнала. ⚡️Офлайн-форматта: - белем биреү ойошмаларында - юғары уҡыу йорттарында - мәҙәниәт учреждениеларында - коммерция предприятияларында, йәмәғәт ойошмалары офистарында һ.б. ⚡️Онлайн-форматта: «БСТ», «Тамыр» (башланғыс кимәл) телеканалдарында, «Ашҡаҙар " радиоһында, шулай уҡ Акцияның рәсми сайтында, социаль селтәрҙәрҙә дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлаясаҡ. 📍11.00 сәғәттә акция башлана 11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр диктант яҙа; 11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар диктант яҙа; 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ- көнбайыш диалектында диктант яҙа. 💥Онлайн-форматта яҙылған эштәр ҡабул ителә: Мах: https://max.ru/bash_dictant_bot Сайт: https://lkbash.ru/ru/upload-work 🤝Тулыраҡ мәғлүмәт: https://bashdictant.ru/

