🌺🌺🌺Беҙҙең мәктәбебеҙҙә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ҡыҙҙар өсөн "Яҙһылыу б... — 7 марта 2026 г. в 15:47:29.437
🌺🌺🌺Беҙҙең мәктәбебеҙҙә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ҡыҙҙар өсөн "Яҙһылыу бәйгеһе" ойошторолдо. Был сараны класс етәксеһе Фәйзуллина Л.Ғ. ойошторҙо һәм алып барҙы. Бәйгелә ҡыҙҙар "Таныштырыу", Әсәйемә-бүләк, "Әсәйем-ҡояшым", "", "Аш-һыу рецептары","Бутҡа ашатыу", "Мәҡәлдәрҙең яртыһын әйт", "Музыкаль күстәнәс" кеүек ярыштар буйынса көс һынаштылар. Бөтә ҡыҙҙар ҙа бәйгеләрҙә һынатмаҫҡа тырышты. Әммә оҫталыҡ, интеллектуаль кимәл буйынса 7-се класс уҡыусыһы Мәғәфүрова Айлина Гран-При,5-се класс уҡыусыһы Исмәғилева Лиана беренсе ,5-се кластан Хәҙиәтуллина Нәркәс икенсе, 6-сы класс уҡыусыһы Сәитова Аиша өсөнсө урындарҙы бүлешһәләр, 6-сы класс уҡыусыһы Йомағолова Нургизә "Өмөт"номинацияһына лайыҡ булды. Байрам йыр-моң менән оҙатыла барҙы. Мәғәфүров Ғәмирҙең йыры, башланғыс класс уҡыусыларының шиғыр, йыр, бейеүҙәренә һоҡланмаған кеше булмағандыр.Ә инде бәйгеселәр әҙерләгән музыкаль күстәнәстәр- барыһының да күңеленә хуш килде. Тамашасылар ҙа буш ултырманылар- улар менән дә викторина уйнатылды, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Сара барыһына ла бик оҡшаны.

