Таулыҡай мәктәбенең алдынғы ҡарашлы уҡытыусыһы, ауылдың абруйлы ир-уҙаманы, өлгөлө ғаил...
Таулыҡай мәктәбенең алдынғы ҡарашлы уҡытыусыһы, ауылдың абруйлы ир-уҙаманы, өлгөлө ғаилә башлығы, әүҙем йәмғиәтсе хөрмәтле коллегабыҙ Байегетов Ғәзиз Йыһанур улын 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Коллегабыҙ ышаныслы дуҫ, байрамдарҙа йырсы, ярыштарҙа спортсмен, сараларҙы ойоштороусы, алып барыусы, йор һүҙле, алтын ҡуллы, бар-яҡтан килгән талантлы педагог. Оҙаҡ йылдар дауамында яратҡан эшен, ҙур яуаплылыҡ, тырышлыҡ менән атҡарып уҡыусылар, ата-әсәләр,коллегалары араһында хаҡлы рәүештә оло ихтирам яуланы. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ. Артабан да һөйөклө ҡатынығыҙ Йәнбикә Фәхрислам ҡыҙы менән, ғаиләгеҙ, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, гөрләп йәшәргә яҙһын. Ҡотлау менән Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбе