Бөгөн Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө һәм Ҡурай көнө айҡанлы мәктәбебеҙҙә төр...
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө һәм Ҡурай көнө айҡанлы мәктәбебеҙҙә төрлө саралар ойошторолдо. Байрам бөтә уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы бергә йыйған тантаналы линейканан башланды. Республикабыҙҙың дәүләт символдарына, ете мөғжизәһенә, билдәле ер- һыу атамаларына арналған һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға уҡыусылар яуап бирҙеләр. 1,3-сө класс уҡыусылары шиғырҙар һөйләне. Ҡурай тураһында, уның моңона арналған сығыштар һәр кемдә илһөйәрлек һәм ғорурлыҡ хистәре уятты. Аҙаҡ һәр класта махсус тәрбиәүи дәрестәр — класс сәғәттәре үткәрелде. Унда ҡурай телмәренең сихри көсө, халҡыбыҙҙың бай тарихы һәм бөгөнгө уңыштары тураһында фекер алышыуҙар ойошторолдо. 5,7- се класс уҡыусылары Юлай Ғәйнетдиновтың "Ҡурай һәм ҡурайсылар" тигән китабы менән таныштылар. Ошондай саралар үҫеп килгән быуында Тыуған илгә һөйөү, милли йолаларыбыҙға оло ихтирам тәрбиәләй. #День_Республики_Башкортостан #Башҡортостан_Республикаһы_көнө #ҠурайКөнө #ДеньКурая