26 август Баймаҡ районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион кәңәшмәһе уҙҙы. — 27 августа 2026 г. в 05:35:10.826
26 август Баймаҡ районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион кәңәшмәһе уҙҙы. Спартакиада буйынса Үрге Таулыҡай мәктәбе 1- се урын, Сыңғыҙ мәктәбе 2-се урын алды. Сыңғыҙ мәктәбе яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенән Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Дөйөм 2025-2026 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса Үрге Таулыҡай мәктәбе "Йыл мәктәбе" район конкурсында еңеүсе тип билдәләнде. Яңы уҡыу йылында уҡыусыларға, уҡыусыларға һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренә һәм ата- әсәләргә ҙур уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

