Үрге Таулыҡай һәм Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәптәптәрендә ха... — 26 августа 2026 г. в 14:41:05.585
Үрге Таулыҡай һәм Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәптәптәрендә халҡыбыҙҙың бөйөк рухи ҡомартҡыһы — «Урал батыр» эпосына арналған айырым мөйөштәр булдырылды! Уҡыусыларҙы туған халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте һәм милли рухи байлығы менән яҡындан таныштырыу төп маҡсат булып тора. Был мөйөш балаларҙа патриотлыҡ хистәре тәрбиәләргә, туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү уятырға ярҙам итәсәк. Йәш быуын үҙ тарихын онотмаһын, Урал батыр кеүек көслө, ғәҙел һәм тыуған илен яратып үҫһен!

