Официальный канал МОБУ ООШ с. Верхнетавлыкаево
Образование · 12 сентября 2026 г.
Алтын көҙҙөң матур көнөндә Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусылары...
Алтын көҙҙөң матур көнөндә Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусылары тыуған яҡтың тәбиғәтенә экскурсияға сыҡтылар. Был юлы алтынсылар экскурсияға велосипедтарҙа сығып, сәләмәт тормошто пропагандаланылар. Тыуған яҡтың ер-һыу атамалары менән таныштылар, файҙалы үҫемлектәре тураһында белешмә алдылар. Бер-береһе менән аралашып, ярҙамлашып, күңелле ял минуттарын файҙалы һәм күңелле үткәреп ҡайтты алтынсылар. Үрге Таулыҡайҙан Түбәнге Таулыҡайға, артабан Айкүлдән Төпөшкә тиклем уҡыусылар рәхәтләнеп велосипедта барғас, юлдың алыҫлығы ла беленмәне, тиҙ арала барып та ҡайттыҡ. Һаулыҡ өсөн велосипедта йөрөүҙең файҙаһы бик ҙур. Класс етәксеһе Азаматова Ә. Т.