Официальный канал МОБУ ООШ с. Верхнетавлыкаево
Образование · 11 сентября 2026 г.
Милли кейем — ул халыҡтың тарихы, уның йәне һәм мәҙәниәте. Бөгөн Х.Әхмәтов исемендәге С...
Милли кейем — ул халыҡтың тарихы, уның йәне һәм мәҙәниәте. Бөгөн Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен кейеп, биҙәүестәрен тағып килеп байрамға айырым бер йәм өҫтәне. Уҡыу бүлмәләре һәм коридорҙар сағыу биҙәктәр, милли кейемдәрҙең матурлығы менән балҡыны. Был көн беҙгә үҙ тамырҙарыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа һәм башҡа халыҡтарҙың да мәҙәниәтенә хөрмәт менән ҡарарға кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Байрамда ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ!