1 октябрь- Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Ул оло йәштәге кешеләргә иғтибарҙың, рәхмәт ...
1 октябрь- Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Ул оло йәштәге кешеләргә иғтибарҙың, рәхмәт белдереүҙең һәм өлкән быуынға хөрмәт күрһәтеүҙе маҡсат итә. Ошо уңайҙан, Сыңғыҙ мәктәбенең 5,7- се класс уҡыусылары ауылыбыҙҙың оло кешеләренең береһе "Махсус хәрби операцияһы ҡатнашыусыһы әсәһе" миҙалына лайыҡ булыусы Әхмәтова Рәйлә инәйҙең һәм мәғариф ветераны Балхина Зифа инәйҙең барып хәлен белеп, байрам менән ҡотланыҡ. Оло быуын вәкилдәренең барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ! #ОлоларКөнө