2 октябрь көнө Үрге Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм ...
2 октябрь көнө Үрге Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм мәғариф ветерандарын Ололар көнө менән тәбрикләнеләр.Саҡырылған ҡунаҡтарҙы мәктәп директоры Имамбаев Р. Р., ветерандар советы рәйесе Сәлихова С. Ғ., мәғариф ветерандары Мөхәмәтйәров Й. Ш., Сәлихов Р. Ә., Хәсәнова Р. С.ҡотлап , изге теләктәрен еткерҙе.Уҡыусылар һәм мәктәп коллективы әҙерләгән концерт ҡунаҡтарға байрам бүләге булды, байрам табыны ойошторолдо.Сараны директор кәңәшсеһе Сәйетова З. С. алып барҙы. Ололарға булған хөрмәтебеҙ, иғтибарыбыҙ бер ҡасан да һүнмәһен , һүрелмәһен!