#Тәңкәле_ҡыҙ_2026
#Тәңкәле_ҡыҙ_2026 #ТаңсулпанҒариповаИжады Ниғәмәт ауылында үткән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған «Тәңкәле ҡыҙ» район бәйгеһенең һайлап алыу туры үтте. Был сарала Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбенең 8- се класс уҡыусыһы Хазина Ҡарамырҙина «Ижади һылыу» номинацияһында еңеү яуланы. Хазинаны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уға артабан да яңынан-яңы ижади уңыштар, сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ! Ярышҡа әҙерләүсе ауылыбыҙҙың модель китапханаһы китапханасыһы Зәлиә Үорбанғәле ҡыҙына һәм әсәһе Гөлфиә Зөфәр ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.